Иң бай актер кем?14.03.2019
Белгестәр бөгөнгә кино индустрияһындағы иң бай Рәсәй актерҙары рейтингын төҙөнө.

Исемлектә беренсе урында тамашасыларға “Каменская”, “Физрук”, “Кухня” сериалдары буйынса һәм “Тауыш”, “Тауыш. Балалар” проекттарын алып барыусы булараҡ таныш Дмитрий Нагиев (3,2 миллион доллар) тора. Былтыр ул уйнаған “Еңел-елпе өләсәй 2. Оло йәштәге үс алыусылар”, “Шыршылар. Һуңғыһы”, “Ғәфү ителмәгән” фильмдары ҙур экранға сыҡты.

Икенсе урында – Федор Бондарчук. Уның байлығы 1,3 миллион долларға баһалана. Өсөнсө баҫҡыста Светлана Ходченкова һәм Владимир Машков нығынды (бер миллион доллар). Йырсы һәм режиссер булараҡ та сығыш яһаған актер Данила Козловский уларҙан саҡ ҡына ҡылыша.



Вернуться назад