Сират бөрйәндәргә етте12.03.2019
Ошо көндәрҙә Учалы районының Комсомольск ҡасабаһы мәҙәниәт йортонда Театр йылына арналған республика милли театрҙар фестиваль-марафоны сиктәрендә Бөрйән районы Яңы Усман мәҙәниәт йортоноң "Тарауыл" халыҡ театры артистары Кирәй Мәргән әҫәре буйынса ҡуйылған "Шомбай" исемле спектаклде тәҡдим итте. Учалы халҡы бөрйәндәрҙең сығышын бик йылы ҡабул итте.

Сарала Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы Тәнзилә Ҡалмырҙина, республиканың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, Учалы районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәфиә Әсәҙуллина, Бөрйән районы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Клара Теләүбаева һәм башҡалар ҡатнашты. Һуңынан фестиваль-марафон штандарты Бөрйән районына тапшырылды.



Вернуться назад