Баш ҡала сәхнәһендә тарих та, бөгөнгө көн дә сағылды.
Республиканың 100 йыллығына арнап ойошторолған “Тарих биттәре” фестиваль-марафонының сираттағы ҡатнашыусылары – Краснокама районы вәкилдәре Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған сараға бик матур мәҙәни программа әҙерләп алып килгәйне. Фойела райондың тарихын, мәҙәниәтен, социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын, төрлө тармаҡ буйынса уңыштарын сағылдырған бай күргәҙмәләр тәҡдим ителде. Сарала республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты.

Баш ҡалала йәшәгән ҡунаҡтарҙы фойеға килеп инеү менән Яңы Ҡабан һәм Николо-Березовка ауылдары гармунсылары дәртле көйҙәр менән ҡаршы алды. Ошонда уҡ райондың ауыл хужалығына, мәҙәниәт, мәғариф тармаҡтарына, йәштәр һәм спорт тормошона, төбәктең социаль-иҡтисади йәһәттән үҫешендә ғәйәт ҙур роль уйнаған “Арланнефть” идаралығына арналған стендтар, йүнселдәр тәҡдим иткән тауарҙар, халыҡ кәсептәре оҫталарының күҙҙең яуын алырҙай һоҡланғыс эштәре менән танышырға мөмкин булды. Шәхси эшҡыуар Олег Баймырҙин үҫтергән бәшмәктәр, Ҡарман балыҡ хужалығы етештергән ҡара ыуылдырыҡ һәм башҡа төрлө продукция, “Көнкүреш хеҙмәте” йәмғиәтендә баҫылған биҙәкле быймалар күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Филармония сәхнәһендә тәҡдим ителгән тамаша, сал тарих биттәренә байҡау яһап, район тормошон, уның уңыш-ҡаҙаныштарын киң яҡтыртыуы менән үҙенсәлекле булды. Мәҫәлән, төбәк тарихының иң сағыу биттәренең береһе Мәскәү метроһы төҙөлөшөнә бәйле. 1935 йылда Николо-Березовканан һәм яҡын-тирәләге башҡа ауылдарҙан биш мең самаһы кеше ошо ҙур төҙөлөшкә юллана. Краснокама йәштәренең туранан-тура ҡатнашлығында “Сокольники”, “Красносельская”, “Комсомольская”, “Красные ворота” һәм бүтән станциялар барлыҡҡа килә.

Һәр сығыш бер-береһенә үрелеп, бөтөн композиция, матур тамаша барлыҡҡа килтерҙе. “Байрам” өлгөлө хореография, “Йәдкәр” өлгөлө ҡурайсылар, “Турғай”, “Березонька” халыҡ вокаль, “Ынйы” өлгөлө, “Фантазия” халыҡ бейеү ансамблдәренең, райондың йыйылма хорының сығыштары байрамдың сағыу биҙәге булды. Сәхнәнән Краснокама ерен төйәк иткән төрлө милләт вәкилдәренең йыр-моңо ағылды, башҡорт бейеүе “Гөлнәзирә”не – мариҙарҙың “Ял покшелне”һы, ҡурай моңон рус һәм татар телдәрендәге йырҙар алмаштырҙы.
Тамаша һуңында Краснокама районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Олег Ғилфанов республика фестиваль-марафонының штандартын Нуриман районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллинға тапшырҙы. Улар үҙҙәренең яҡташтарын 2 апрелдә Башҡорт дәүләт филармонияһында көтә.
Ә инде краснокамаларҙың сығышына килгәндә, ул ике ҙур йылғабыҙ – Ағиҙел менән Кама ҡушылған хозур төбәктә, боронғо ҡорамдар һаҡланған изге ерҙә эшһөйәр, берҙәм һәм талантлы халыҡ йәшәүен, улар өсөн дуҫлыҡ һәм татыулыҡтың мөҡәддәс ҡиммәттәр булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Олег ҒИЛФАНОВ,
Краснокама районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
– Был фестиваль-марафон бик изге маҡсатты үтәй – тарихи хәтерҙе һәм ата-бабаларыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ рухи мираҫын һаҡлауға булышлыҡ итә. Ул дуҫлыҡ һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, тәбиғи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе киңерәк танытыу йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә.