Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән ҡурай уйнауы билдәле. “Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды сор ҡурайҡай итеп тартайым”, – тип йырлаған Көнһылыу ҙа. Әммә һуңғы йылдарҙа Айгөл Әхмәтова кеүек ҡулдарына ҡурай алған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һирәк осрай. Ошо бушлыҡты тултырырға уйлағандыр Айгөл Сәфәрғәли ҡыҙы. Һыҙҙырып уйнай ул ҡурайҙа, балаларға ла ҡурай серен төшөндөрә. Баймаҡ ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә егерме йылдан ашыу эшләй, бер үк ваҡытта ҡаланың 2-cе мәктәбендә “Йәнтөйәк” фольклор студияһында уҡыусыларға ҡурай, гармун, мандолина, ҡумыҙ кеүек милли музыка ҡоралдарында уйнау серҙәрен өйрәтә. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән бер генә саранан да ситтә ҡалмай был коллектив, һәр саҡ призлы урындар яулай. Шуға ла Уҡытыусылар көнөндә уға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Йырҙа әйтелгәнсә, тынмаһын ғына ҡурайың, Айгөл! Уҡыусыларың ишәйһен дә ишәйһен, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең һөнәре юғалмаһын!