Ошо көндәрҙә Белореттың Инйәр мәҙәниәт йортонда, Театр йылына арналған милли театрҙар республика фестиваль-марафонына ярашлы, Учалы районы Комсомольск моделле мәҙәниәт йортоноң “Уйташ” халыҡ театры артистары яҙыусы Зифа Ҡадирова әҫәре буйынса ҡуйылған “Яҙмышың үҙ ҡулыңда” исемле спектакль тәҡдим итте. Халыҡ сығышты бик йылы ҡабул итте.Сарала Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәфиә Әсәҙуллина һәм башҡалар ҡатнашты.
Фестиваль-марафон штандарты Белореттан Учалы районына тапшырылды. Артабан сиратта – Бөрйән.