Халыҡ һөйөүен яулап08.03.2019
Учалы районында “өлгөлө”, “халыҡ” исемдәрен йөрөткән 42 коллектив уңышлы эшләп килә. Шуларҙың береһе — Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йортоноң “Байрамғол егеттәре” йыр ансамбле ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләне. Районда ғына түгел, республика кимәлендә үҙҙәрен танытып, халыҡ күңелен, халыҡ һөйөүен яулаған ансамбль, “халыҡ” исемендә ун йыл сығыш яһай.

Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәфиә Әсәҙуллина ансамблде ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм "Байрамғол егеттәре"нә яңы сәхнә костюмдары вәғәҙә итте.


Вернуться назад