Биғылый эҙҙәренән07.03.2019
Бөйөк Ватан һуғышы, халҡыбыҙ тарихының героик биттәре булыу менән бер рәттән, хәҙер инде быуын-быуын кешеләр күңелендә, иң беренсе, оло һыҙланыу булып йәшәй. Спартак Ильясовтың “Биғылый” романының да, әҫәр буйынса ҡуйылған спектаклдең дә (режиссеры – Айрат Абушахманов) тәрәнлеге ошо һыҙланыуҙы яҙмыштар һынылышында аса алыуҙалыр, минеңсә.

Спектаклдәге һәр хәрәкәт, әйтелгән һүҙ, һәр йөҙ һәм ҡараш, яҡтылыҡтың һәм моңдоң художестволы һынланышы, сәхнә реквизиттары... – һәммәһе һыҙланыу менән һуғарылғайны. Ҡайһы образды ғына алма: Биктимерме, уның тотош ғаиләһеме, һүнгән ауылымы, Гөлзада менән Ғуғыймы, Фома менән Фекламы, Заһир ҡартмы, концлагерҙағы әсирҙәрме, улар барыһы ла – әсе һуғыш арҡаһында үҙенең яҙмышынан яҙып, бәхетһеҙлеккә дусар заттар, үлем уларҙың күҙҙәренә тура ҡарап килгәндә лә, Ғуғый кеүек бейей алған, Тыуған ил һәм ер тойғоһон йөрәктәрендә һаҡлай алған азат йәндәр.

Спектакль тетрәндерҙе, әлбиттә. Прозаны сәхнәгә сығарыу, бигерәк тә бындай ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән, төп геройҙың хикәйәләүенә ҡоролған романды сәхнәләштереү еңел булмағандыр. Шулай ҙа режиссер маҡсатына өлгәште, тип иҫәпләйем. Ваҡиғалар ҡасандыр үҙе һаҡлаған Ватаны өсөн шәүләгә әйләнеп, урманды төйәк иткән Биғылыйҙың эске тауышы – хәтирәләр ағышы булып күҙ алдына баҫты. Мәңгелек ҡасҡын һынында (улар беҙҙең тарих өсөн сит түгел) хәрәкәт иткән Биғылый өнһөҙлөгө шуға хеҙмәт итте.

Арауыҡты киңәйтеп, тамашасылар араһында бәләкәй сәхнәләрҙе эшләү уларҙы спектакль мөхитенә тәрәнерәк алып инде. Романдағы бихисап персонаждарҙы кәүҙәләндереү ҙә уңышлы хәл ителгән – актерҙар бер нисә роль башҡарҙы. Был, әлбиттә, улар өсөн бик ҙур көсөргәнеш тыуҙырғандыр, сөнки дүрт-биш тапҡыр кейем алмаштырыу менән бергә, актер эске психологик әүерелеш кисерергә, дөйөмләштереп әйткәндә, әсирҙән – язалаусыға, яһилдан – ҡорбанға, туң хәрби етәксенән мәрхәмәтле ҡатынға әйләнергә тейеш ине бит. Етмәһә, бөтә булмышың менән башҡорттан немецҡа, русҡа, ғағауызға, полякка, белорусҡа әүерелергә тура килһә...

Кеше яҙмышының ни тиклем ил яҙмышы менән бәйле булыуын күрһәтте спектакль. Ошо бөтөнлөк һәм ҡапма-ҡаршылыҡ көслө итә лә һәр эпизодты. Илен яҡлап, илдең яҡлауынан мәхрүм булған, улай ғына түгел, уның язаһына дусар кеше фажиғәһе, ошондай шарттарҙа кешелек асылына һынау ул был спектакль.

Тамашанан һуң Спартак ағай Ильясовтың сығышы ныҡ уйландырҙы. Яҙыусы, урман-тауҙар гиҙеп, Биғы­лыйҙы эҙләгәндә, уның утлы хәтирәләрен тыңлағанда, яҙмышын йөрәге аша үткәреп, романды яҙғанда, бәлки, әлеге спектаклде күҙ алдына ла килтермәгәндер. Биғылый үҙе китһә лә, яҙмышы тарихи дөрөҫлөк булып йәшәй, китап һәм театр аша кешелеккә кире ҡайта.


Вернуться назад