Питерҙа ла көтәләр...07.03.2019
Люция БУКАНОВА, Санкт-Петербург ҡалаһы башҡорттарының милли-мәҙәни берләшмәһе етәксеһе:

– Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҙур тантана буласағын ишеткәс, беҙ, төньяҡ баш ҡала башҡорттары, тотош делегацияға берләшеп, оло ҡыуаныс менән килдек. Концерт шул тиклем ныҡ оҡшаны, яҡташтарым өсөн оло ғорурлыҡ кисерҙек.

Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын Санкт-Петербург ҡалаһында ла үткәрһәләр, бик шат булыр инек. Бөгөн Питерҙа һәм Ленинград өлкәһендә бер нисә мең башҡорт йәшәй.


Вернуться назад