Башҡортостан – һәр саҡ йөрәк түрҙәрендә06.03.2019
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостанда тыуғандар” байрам концертына республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та килде.

Төбәк етәксеһе фойела халыҡ менән аралашты, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Был сара Мәскәү хәбәрселәренең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы. Улар Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы, был байрамдың әһәмиәте, республиканың бөгөнгө үҫеш юлы менән ҡыҙыҡһынды.

Радий Хәбиров бөгөнгө ҙур сара тураһында ла фекерен белдерҙе.

– Башҡортостан – Рәсәй мәҙәниәтенә бөйөк шәхестәр үҫтергән төбәк. Был йәһәттән данлыҡлы Владимир Спиваков, Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Юрий Шевчук, Земфира, Алһыуҙың исемдәрен атау ҙа етә, – тине ул. – Беҙҙең гүзәл еребеҙҙә тыуған кешеләр ҡайҙа ғына йәшәмәһен, ниндәй генә урындарҙа эшләмәһен, Башҡортостандың һәр ваҡыт уларҙың йөрәк түрендә булыуын яҡшы беләбеҙ.


Вернуться назад