"Республикабыҙ - федератив ҡоролошҡа юл асыусы"06.03.2019
Мәскәүҙең Халыҡ-ара музыка йортонда барған ҙур сарала бихисап абруйлы ҡунаҡ ҡатнаша. Улар үҙҙәренең тәьҫораттары менән ихлас бүлеште.

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:

– Бөгөнгө сара иҫ киткес матур мөхиттә үтә, юғары кимәлдә ойошторолған. Был шулай булырға тейеш тә, сөнки Башҡортостан – Рәсәйҙә иң тәүге автономиялы республика, илдең федератив ҡоролошона юл асыусы. Шуға күрә республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейының тап Мәскәүҙә рәсми рәүештә асылыуы символик мәғәнәгә эйә.

Төбәгебеҙ иҫ киткес бай, көс-ҡеүәте ҙур. Бығаса уны нефть, шифалы бал, бөйөк Салауат Юлаев төйәге тип белһәләр, бөгөнгө саранан һуң күптәр, айырыуса мәскәүҙәр, уны үҙе өсөн өр-яңынан асыр тип ышанам.


Вернуться назад