"Шаянбикәләр"гә етеп ҡара!06.03.2019
Хәйбуллала бишенсе йыл рәттән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан КВН лигаһының финал уйыны үтә. Тәүҙә ярыш һәр ауыл биләмәһендә ойошторола, унан еңеүселәр район кимәлендә сығыш яһай.

Быйыл биш команда финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды. Улар – Йәнтештән “Шаянбикәләр”, Бүребайҙан “Беҙҙең урам ҡыҙҙары”, Яңы Ергәндән “Ете кадр”, Федоровканан “Күңелле ҡыҙҙар” һәм Аҡъярҙың 2-се мәктәбенән “XL Хәйбулла йөҙө”.

Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтова әйтеүенсә, КВН-да ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙ бик теләп ҡатнаша, хатта көтөп ала. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, хужабикәләр бар.

– Сараның төп маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын йәмәғәт эштәренә нығыраҡ йәлеп итеү, шаяртыу, юмор аша сәләмәт тормошто пропагандалау, КВН хәрәкәтен үҫтереү, яңы исемдәр асыу, таланттарҙы баһалау, – ти Лариса Рәшит ҡыҙы.

Сараның иң ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс өлөшө, моғайын, һәр команданың видеоролик әҙерләүелер. Улар бирелгән тема буйынса фантазияларын эшкә егеп, үҙҙәре ҡатнашлығында мауыҡтырғыс фильм төшөрә. Был юлы ла тамашасылар һәр команданың ижад емешен яратып ҡабул итте.

Ҡатын-ҡыҙ шулай уҡ тапҡырлыҡта, зирәклектә көс һынашты, төрлө яҡлап талантын күрһәтте. Әйткәндәй, быйылғы сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Театр йылына бағышланды.

Һәр ярыштың еңеүсеһе була. Баһалама ағзалары гран-приҙы бер тауыштан шаян, дәртле, берҙәм, талантлы “Шаянбикәләр”гә бирҙе.

Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла маҡтау ҡағыҙҙары, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы (рәйесе – Сәлимә Байгилдина) әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Байрамда Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары рәхәтләнеп ял итте, көлә-шаяра ғүмерен оҙайтты. 8 Март алдынан матур бүләк булды улар өсөн был ярыш.


Вернуться назад