Әле Мәскәүҙең Халыҡ-ара музыка йорто, гүйә, бәләкәй Башҡортостанға әүерелгән. Концерт киске сәғәт 7-лә башланыуға ҡарамаҫтан, бында алдан уҡ кешеләр күпләп ағыла башланы.Араларында – Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, федераль министрлыҡ етәкселәре, илселәр, Башҡортостандан сыҡҡан билдәле шәхестәр...
Байрам ҡунаҡтарын фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршы ала, бында 15 авторҙың 40-тан ашыу эше ҡуйылған. Ижад емештәре Башҡортостандың тарихи үткәнен, бай тәбиғәтен генә түгел, бөгөнгө иҡтисади-мәҙәни мөмкинлектәрен, киләсәк маҡсаттарын да сағылдыра.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәсәйҙең иң көслө терәк төбәктәренең береһе булған Башҡортостандың киләсәге – ныҡлы ҡулдарҙа. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе быны айырым билдәләй. Республиканың сәхнә оҫталары тотош илгә, донъяға билдәле. Бөгөн уларҙың бер төркөмө ошо 100 йыллыҡҡа арналған тарихи тамашала сығыш яһай.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҡунаҡтарҙы Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Артур Нәзиуллин, Диләрә Иҙрисова, милли көйҙәребеҙ менән ҡурайҙа Роберт Юлдашев һөйөндөрәсәк.