Гөлсәсәк булғанда – башҡорттар булыр06.03.2019
Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы – әүҙем ойошмаларҙың береһе. Уның рәйесе Гөлсәсәк Ҡәйепованың башҡармаған эше, өлгөрмәгән ере юҡ.

Башҡорт ҡоролтайы ҡарамағында “Ләйсән” ансамбле эшләп килә. Уның етәксеһе – шулай уҡ дәртле, өлгөр Гөлсәсәк Ҡәйепова. Быйыл көҙ ансамблгә 10 йыл тула. Унда егермегә яҡын кеше йөрөй, араларында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бар. Бында төрлө башҡорт халыҡ бейеүҙәрен ҡуялар, башҡортса йырҙар йырлайҙар, ҡумыҙҙа уйнаған ҡыҙҙар ҙа бар. Ағинәйҙәр ҙә ансамбль тормошонда ихлас ҡатнаша.

– Орск ҡалаһында дүрт мең башҡорт йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡоролтай һәм ансамбль тормошонда күбеһе ҡатнашмай. Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы башҡорттар берҙәм булһын, бер-береһен белһен өсөн көсөн йәлләмәй. Шулай уҡ уның тырышлығы менән беҙҙең балалар башҡортса уҡырға һәм яҙырға өйрәнә, – ти уның ярҙамсыһы Миңзилә Мурзина.


Улар ҡалала һәм өлкәлә уҙғарылған һәр сарала милли кейемдәрҙә, башҡортса йыр-бейеү менән бар халыҡтың күңелен аса, үҙҙәренең милләтен һәм халҡын таныта.




Вернуться назад