Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан гүзәл заттарға шәп бүләк әҙерләй: 7-8 мартта “Килә яуа” комедияһы сәхнәгә ҡуйыласаҡ. Спектакль тағы ла билдәле йырсы, театр актеры Венер Камаловтың быйылғы юбилейына арналған, ул был сәхнә әҫәрендә төп ролде башҡара һәм тамашасыларға йыр-моң өләшергә йыйына.
Премьера көнөндә спектаклде ҡарау бер хәл, ә уның репетицияларын күҙәтеү тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ икән. Аида Күлбаева, Венер Камалов, Лилиә Исҡужина, Нәғим Нурғәлин һәм Рәмзил Сәлмәновтың ихлас уйнауын күҙҙән үткәреп донъяңды онотаһың хатта. Ҡуйыусы режиссер Рөстәм Хәкимов ваҡыт-ваҡыт иҫкәрмәләр яһай, теге йәки был урындарын төҙәтә.
– Венер Камаловты был спектакль айҡанлы актер булараҡ ҡына түгел, йырсы итеп тә күрһәтергә ҡарар иттек, “Килә яуа” өсөн махсус рәүештә йырҙар яҙылды. Зөлфәр Хәкимдең был комедияһында ғаиләләге ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәттәре асыҡлана, һәр сәхнә геройы үҙ бәхетен эҙләй. Спектаклдең төп идеяһы – кешеләргә ҡайһы бер ваҡытта ултырып һөйләшеп алырға ғына кәрәк. Хискә бирелеп, онотолоп китеп, ауыр һүҙҙәр әйтеп ысҡындырабыҙ, быларҙың барыһы ла аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра. Әлеге мәлдә спектакль өҫтөндә даими эш бара, нимәһелер үҙгәртелә, сәхнә әҫәре камиллаштырыла, – ти ул.