Баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатрында көтөп алынған “Беренсе республика” фильмын күрһәттеләр. Булат Йосоповтың был картинаһы Башҡорт автономияһының 100 йыллығына арналған һәм башҡорт сәнғәте, әҙәбиәте, музыкаһы, театры, мәҙәниәтенең башлағысында торған, был өлкәлә баһалап бөткөһөҙ фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән бөйөк шәхестәребеҙҙең аяныслы яҙмышын һүрәтләй.
Сарала фильмды төшөрөүҙә ҡатнашыусылар, унда уйнаған актерҙарҙан тыш, төп геройҙарҙың береһе, 30-сы йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡарған Ҡасим Аҙнабаевтың ейәнсәре Светлана һәм яҙыусы Ғабдулла Амантайҙың ейәне, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев та булды. Улар фильмға һоҡланыуын, уны бойомға ашырыусыларға рәхмәт һүҙен һәм күҙ йәшен йәшермәне.
- Фильмда олатайым Ғабдулла Амантай Ҡасим Аҙнабаевҡа “Бынан ҡотола алһаң, балаларымды ташлама” ти. Ысынлап та, беҙ Аҙнабаевтарҙа йыш була инек, Ҡасим олатайҙың һуңғы көндәренәсә күрешеп торҙоҡ, – тине Рафаэль Амантаев.
“Беренсе республика”ның премьераһы 16 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ. 17 марттан алып ул кинотеатрҙарҙа күрһәтелә башлаясаҡ.