Белорет районының Егәҙе ауылында 900-гә яҡын кеше йәшәй. Ауыл халҡы йыр-моңға маһир, һәләтле. Клубта төрлө йүнәлештәге туғыҙ түңәрәк эшләй. Әммә быға тиклем егәҙеләрҙе мәҙәниәт усаҡтарының торошо борсой ине.
Ошо көндәрҙә ауыл халҡы шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – капиталь ремонттан һуң яңыртылған клуб ишектәрен асты. Егәҙеләрҙәң шатлығын уртаҡлашырға район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин килде. Ул мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәндәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.