Ҡыйғы районы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары яҡташ яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы киңерәк таратыу буйынса маҡсатлы эш алып бара.
Февраль аҙағында билдәләнгән Халыҡ-ара туған тел көнө айҡанлы Абзай урта мәктәбендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованың ижадына арналған семинар ҙа ошоға асыҡ миҫал булды.
Абзай ауылында тәүге мәктәп бынан йөҙ йыл элек асылған. Шул осорҙан башлап ул әллә күпме билдәле шәхестәрҙең күңелдәренә белем орлоҡтары һалған, зиһендәрен үҫтергән, фән тауҙарына үрләргә этәргес булған. Рәғип Ғимаев, Мөхәмәтхәй Әхмәтов, Рәмзиә Хисамова, Гүзәл Сәғитова һәм башҡалар – шулар рәтендә.
Яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованың бала сағы һуғыштан һуңғы ҡырыҫ йылдарға тура килә. Быны уның әҫәрҙәренән дә яҡшы тойомларға була. Ауылдаштары, яҡташтары ҡайһы бер геройҙарының прототиптары үҙҙәре араһынан булыуын да яҡшы белә. Әҙибә, сатира һәм юмор өлкәһендә лә уңышлы ижад итеп, хикәйәләрендә замандаштарының карикатур образдарын тыуҙырып, йәмғиәттең етешһеҙлектәрен оҫта фашлай.
Сарала уҡыусылар Нажиә Игеҙйәнованың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе уҡыны һәм сәхнәләштерҙе. Ләйсән Сәғирова менән Рәсилә Әминева “Тәҡдир” повесындағы Нәфисә образын бар тулылығында асыуға өлгәште. “Ҡамғаҡ”, “Бәхәс”, “Бажалар” хикәйәләренән сәхнәләштерелгән өҙөктәрҙе лә уҡыусылар ихлас күңелдән башҡарҙы. Сараны алып барыусы Гүзәл Шиһапова менән Азамат Әхтәмов яҙыусының тормош юлы, әҫәрҙәренең үҙенсәлектәре, яҙылыу тарихы менән таныштырҙы. Семинарҙы әҙерләп, юғары кимәлдә ойошторған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айзилә Мәхмүтованың хеҙмәтен дә баһаламау мөмкин түгел.
Сара бай йөкмәткеле булыуы менән яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Башҡорт теле уҡытыусылары киләһе осрашыуҙы яҡташ шағир Риф Әхмәҙиев белем алған Арыҫлан урта мәктәбендә үткәрергә килеште.