Яңауылдар Урал батыр рухына тоғро05.03.2019
Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы һаналған Яңауыл районы республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуҙы матур саралар менән ҡаршылай. Яңы Уртауыл ауылында “Урал батыр” – изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы” тип аталған байрам үтте. Мәҙәниәт йорто фойеһында ете эшлекле майҙансыҡ, китап һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолдо.

Байрамдың төп өлөшөн асып, имам-хатип Физун Маликов Урал батыр һәм башҡа башҡорт батыр­ҙары рухына доға бағышланы. Ҡат­нашыусыларҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов ихлас сәләмләне. Ул башҡорт халҡының бөйөк ҡо­март­ҡыһының тәрбиәүи ролен билдәләне, Башҡортостан Респуб­лика­һының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина исеменән милли мәҙәниәтте һәм рухиәтте үҫтереүгә өлөш индергән шәхестәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Шулай уҡ Яңауыл районының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнара Вәлие­ваға “Урал батыр” эпосын йәш быуынға аңлатыу буйынса алып барған эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яңы Уртауыл ауылы ағинәйе Әлфинур Сыртланова районда беренселәрҙән булып Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде. Шулай уҡ был көндә райондың хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙа­рын – Прогресс ауылынан Тәнзилә Имамова менән Вояҙы ауылынан Флүрә Вәлинаны ағинәй дәрәжәһе менән ололанылар. Ағинәйҙәр сафына баҫыусыларға Әлфинур Сыртланова өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе.

Артабан Яңы Уртауыл мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары тарафынан ете башҡорт ырыуының берҙәмлеген, “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе һынландырған сәхнә­ләштереүҙәр тәҡдим ителде. Сарала ҡатнашыусылар Башҡорт автономияһын ойоштороуға һәм үҫтереүгә күп көс һалған арҙаҡлы шәхесебеҙ Хәлим Әмировтың мемориаль таҡтаташына сәскәләр һалды.

Байрамды Л. Ғаязова, Х. Нәси­бул­лина, З. Закиров, Р. Фәсхет­ди­нова, А. Иштирәков, ҡурайсылар ансамбле, “Ялҡын” бейеү ансам­бленең әҙерлек төркөмө егеттәре, “Гәүһәр” вокаль ансамбле, “Байрам” ир-егеттәр квартеты, Ҡарман, Яңы Уртауыл һәм Яңауыл ҡалаһы мәк­тәптәре уҡыусыларының сығыш­тары йәмләне.

Күңелдәрҙе берләштергән, яңы эштәргә рухландырған сара ҡорбан ашы менән тамамланды. Ошондай ҙур байрамды үткәреүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн район хакимиәте етәкселегенә, мәҙәниәт, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлек­тәренә, Яңауыл районы башҡорт­тары ҡоролтайына, Яңы Уртауыл ауылы советы етәкселегенә, ра­йондың ҡатын-ҡыҙҙар советына рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.


Вернуться назад