“Башҡортостан” киностудияһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәүҙе һаҡлау тураһында ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлә башланы. Ул “Саптар” тип атала.Сценарий авторҙары – Роман Пожидаев һәм Зөһрә Бураҡаева. Режиссер – Роман Пожидаев, оператор-ҡуйыусы – Рияз Исхаҡов, рәссам – Айгөл Байрамғолова, фильм директоры – Алина Шакирова. Кино Өфө эргәһендә төшөрөлә.
“Фильмдың сюжеты Мәскәүҙе һаҡлағанда минең олатайым, башҡорт шағиры, офицер, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Хәниф Кәрим менән булған ысын тарихҡа нигеҙләнгән, – ти режиссер. – Ул һуғыштың беренсе көнөнән алып Еңеүгә тиклем ҡатнашҡан, Берлинғаса еткән”.
“Саптар”ҙың нигеҙендә – Хәниф Кәримдең ҡамауҙа ҡалған разведка төркөмө хаҡында хәтирәләре. Лейтенант Кәримов ролен башҡорт актеры һәм режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев башҡара.