Тик аҡ болоттар ғына йөҙһөн03.03.2019
Тап шундай теләк еткерҙе сибайҙарға Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары.

Ҡалала “Мәҙәни марафон” дауам итә: бөгөн Балалар ижад үҙәгендә Өфө артистары халыҡҡа театрлаштырылған сағыу тамаша бүләк итте. Гөлсөм Бикбулатова, Гөлбинә Сафуанова, Илнур Лоҡманов, Ләйсән Тимерханова, Шәһит Хамматов һәм Илгиз Таһировтарҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде.

Сибайҙа сәнғәткә тәүге аҙымдарын яһап, артабан бөтөн республика сәхнәһен яулаған Гөлсөм Бикбулатоваға бар халыҡ ҡушылып йырланы, улар яҡташтарын оҙаҡ ебәргеһе килмәне.

Шулай уҡ Баймаҡ районының Күсей ауылы ейәнсәре Ләйсән Тимерханованың моңло йырҙарын яратып ҡабул итте халыҡ, йөрәктәргә үтеп инерлек шиғырҙарын ихлас тыңланы.

Әбйәлилдә тыуып үҫкән Шәһит Хамматовтың шаян һүҙҙәре, моңло йырҙары тамашасыны берсә шатландырҙы ла, моңландырҙы ла. Сибайҙар талантлы артистың йәнә бер һәләтен асты: ул пародия оҫтаһы ла икән!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡмановтың дәртле йырҙары, “Бабич” фильмында төп ролде башҡарған Илгиз Таһировтың ялҡынлы шиғырҙары тамашаны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналды.


Вернуться назад