Сибай ҡалаһында үткән “Урал аръяғы тауышы” конкурсында ҡатнашыусылар араһында ярышта артабан һынау тотасаҡ оҫталар асыҡланды. Улар остаздары менән дүрт командала көс һынаша.Конкурсанттар төрлө район-ҡаланан килгән. Ике аҙна дауамында улар үҙен сәхнәлә тоторға, тауышына тап килгән йыр һайларға, вокал нескәлектәренә өйрәнәсәк. Һабаҡ биреүселәр – Сәйет Билалов, Раил Өмөтбаев, “Илһам” өлгөлө вокал студияһы етәксеһе Светлана Үтәева һәм Флера Гатина.
Мәғлүм булыуынса, төп приз – 50 мең һум.