Октябрьский ҡалаһында сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында “Яҙ килә. Яҙға юл бирегеҙ!” тип аталған фестиваль үтте. Уны Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк ойошмаһының урындағы бүлексәһе ойошторҙо.
“Халыҡтар дуҫлығы йорто” милли мәҙәниәттәр үҙәгендә уҙған сарала күп профилле колледж һәм “Гвардия” хәрби-патриотик клубы ирекмәндәре ихлас ярҙам итте. Фестиваль таланттар парадынан башланды: сәхнәгә үҙҙәрен төрлө жанрҙа һынап ҡарарға теләгән 15 ҡатнашыусы күтәрелде.
Был сара мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең ни тиклем көслө рухлы, ныҡышмал булыуын асыҡ күрһәтте. Улар инвалид коляскаһында ултырған килеш бейене, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Ишетеү һәм һөйләшеү һәләтенән мәхрүм егет менән компьютерҙа танауы ярҙамында эшләгән ҡыҙ ике видеоролик тәҡдим итте. Яҡындарының хәстәре һәм ярҙамы уларҙағы ҡурҡыу хисен юҡҡа сығарып, үҙ көстәренә ышанысты арттырған.
– Бөгөн еңеүсе һәм еңелеүсе булманы, һеҙҙең ошо сәхнәлә баҫып тороуығыҙ – үҙе үк ҙур Еңеү! – тине инвалидтар ойошмаһы рәйесе Татьяна Кетько.
Фестиваль һуңында барлыҡ ҡатнашыусыларға ла сәскәләр, татлы бүләктәр, иҫтәлекле сувенирҙар тапшырылды.