Ул сентябрҙә киләсәк01.03.2019
Быйыл республикабыҙҙы мәҙәни яҡтан бик бай һәм ҡыҙыҡлы йыл көтә. Йыл дауамында Өфөгә һәм республикаға Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Земфира, Юрий Шатунов, Алһыу Сафина, Юрий Шевчук, Надежда Бабкина, Владимир Спиваков һәм башҡалар килеп концерт бирәсәк.

Аңлауығыҙса, Надежда Бабкинанан башҡа, был Рәсәй һәм донъя кимәлендәге йондоҙҙар барыһы ла Башҡортостанда тыуып үҫкән. Улар республикабыҙҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы билдәләгән йылда килеп, төрлө ваҡытта сығыш яһаясаҡ. Ошо хаҡта бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

Июнь айҙарында үтәсәк “Евразия йөрәге”, Ҡала көнө, симфоник төн кеүек сараларға “ДДТ” төркөмө лидеры Юрий Шевчук килә алмаһа ла, уны сентябрь айына саҡырырға ниәтләйҙәр.





Вернуться назад