Башҡортостанға 100 йыл тулыу айҡанлы республикала күп төрлө саралар көтөлә. Уларҙың иң ҙуры 23 мартта Өфөлә үтәсәк. Тантаналы йыйылышта республиканың иң популяр артистары һәм коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Байрам айҡанлы ойоштороласаҡ саралар тураһында бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев менән республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне.
Шуныһын билдәләргә кәрәк, саралар йыл буйына дауам итәсәк. Билдәле артистарҙың килеүе көтөлә. Беҙҙең артистар шулай уҡ Мәскәүҙә һәм күрше төбәктәрҙә лә сығыш яһаясаҡ.
Ғөмүмән, быйыл республикала юбилейҙарға бай йыл. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына – 100 йыл, Мостай Кәримдең тыуыуына – 100 йыл. Был саралар барыһы ла бергә бәйләнеп, халыҡҡа матур һәм сағыу тәьҫораттар бүләк итәсәк.