Өфө сәхнәһен краснокамалар балҡытты28.02.2019
Бөгөн Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Краснокама районы таланттары сығыш яһаны.

Улар Башҡортостандың 100 йыллығына арнап ойошторолған “Тарих биттәре” фестиваль-марафонына бик матур мәҙәни программа әҙерләп алып килгәйне.

Фойела райондың тарихын, мәҙәниәтен, социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын, төрлө тармаҡ буйынса уңыштарын сағылдырған бай күргәҙмәләр тәҡдим ителде. Сәхнәлә күрһәтелгән тамаша төбәктең үткәненә, бөгөнгө тормош-көнкүрешенә арналды.

Краснокамалар фестиваль-марафондың күсмә штандартын Нуриман районы вәкилдәренә тапшырҙы.


Вернуться назад