Ҡурай моңо тынмаҫ далала28.02.2019
Бәрәкәтле Хәйбулла ере элек-электән данлыҡлы ҡурайсылары менән дан тота. Милли музыка ҡоралыбыҙға һөйөү быуындан быуынға тапшырыла килә.

Районда, мәғлүм булыуынса, арҙаҡлы шәхес Йомабай Иҫәнбаев көндәре, Ҡурай байрамдары даими уҙғарыла. Һуңғы йылдарҙа хәйбуллалар йәнә бер күркәм йолаға нигеҙ һалды: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика конкурстары лауреаты, Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты, райондың Почетлы гражданы, бөтөн ғүмерен сәнғәткә бәйләгән, һуңғы һулышына тиклем ҡулынан ҡурайын төшөрмәгән Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың рухына бағышлап, уның исемендәге призға йәш ҡурайсылар конкурсы үтте.

Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтова әйтеүенсә, сарала алты ансамбль һәм 28 айырым башҡарыусы ҡатнашҡан. Ярышта Баймаҡ, Сибай ҡалалары, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ районының йәш ҡурайсылары сығыш яһаған.

– Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт музыка ҡоралын пропагандалау, һәләтле йәштәрҙе асыҡлап, уларҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү, ансамблдәр араһында үҙ-ара ижади бәйләнеш булдырыу, күрше райондыҡылар менән танышыу һәм республика кимәлендә үткәреләсәк ҡурайсылар конкурсына әҙерләнеү, – ти Лариса Рәшит ҡыҙы.

Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға үткәрелгән ярышта беренсе урынды 12 йәшкә тиклемгеләрҙән Динислам Утарбаев (Сибай), унан өлкәндәр араһында Хәйбулла районынан Фәтих Үзбәков һәм “Үҫәргән” ҡурайсылар ансамбле (икеһенең дә етәксеһе – Илдар Юнысов) алды.

Шулай уҡ “Ҡурайға булған һөйөү”, “Өмөт”, “Еңеүгә ынтылыш” номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде.

Йәш оҫталарҙы ҡасандыр үҙҙәре үк Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың уҡыусылары булған, бөгөн үҫеп килгән быуынға һөнәр үҙенсәлектәрен төшөндөргән күренекле ҡурайсылар Нурғәле Кейекбирҙин, Илдар Юнысов, Нәзиф Ишемғолов һәм район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова баһаланы.


Вернуться назад