Сибай йыр-моңға сорналды28.02.2019
Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында тамашасыларҙың көслө алҡыштарынан зал яңғырап торҙо. Бында уларҙың яратҡан йырсылары — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары — Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары Фидан һәм Азамат Ғафаровтар, Алһыу Бәхтиева, Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров ҡатнашлығында йыр-моң кисәһе үтте.

Сара “Алға, Сибай!” урындағы йәмәғәт ойошмаһы ярҙамы менән үткәрелде һәм унда һәр кем бушлай концерт ҡарау мөмкинлегенә эйә булды.

Әйткәндәй, Сибай ҡалаһында ошоға тиклем Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәләренең концерттары гөрләп- шаулап үткәйне. Был тамашаларҙың барыһы ла “Мәҙәниәт марафоны” сиктәрендә күрһәтелә.




Вернуться назад