“Урал аръяғы тауышы”. Кем еңер?28.02.2019
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, йыр-моң һөйөүсе 15-45 йәшлек һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында “Урал аръяғы тауышы” конкурсының һайлап алыу туры башланды. Бәйгелә барлығы 71 конкурсант ҡатнаша.

Конкурсты ойоштороусылар — Сибай ҡалаһы хакимиәте һәм хакимиәттең мәҙәниәт бүлеге. Шарттарға ярашлы, һәр бәйгесе үҙ йырын тәҡдим итә. Шулай уҡ дуэт, трио, квартет сығыштары ла әҙерләргә мөмкин.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Солтангәрәев белдереүенсә, конкурсҡа ҡатнашырға теләүселәр бик күп. Бәйгелә Урал аръяғы районы моң һөйөүселәренән тыш, Өфө, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан, шулай уҡ Архангель районынан килгән бәйгеселәр бар. Баһалама ағзалары һәр ҡатнашыусыны тыңлап, уларға кәңәштәрен биргән.

Әйткәндәй, бөгөн йырсылар араһында “һуҡыр тыңлау” үтә, 71 бәйгесенең 30-ҙан ашыуы һайлап алынасаҡ.

Бәйге көндән-көн ҡыҙа. Төп приз — 50 мең һум. “Урал аръяғы тауышы” исемен кем яулар?



Вернуться назад