Баймаҡ районында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан оло йәштәгеләр араһында “Сәскә ат, Республикам!” исемле смотр-конкурс старт алды. Бәйге тәүҙә һәр ауыл биләмәләре араһында, артабан зона буйынса үткәрелде.
Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Йыһаншина белдереүенсә, 50 йәштән һәм унан өлкәнерәк оло быуын араһында ойошторолған конкурста һәр ауылдан теләп һәм шул тиклек ихласлыҡ менән ҡатнашҡандар. Ошоға тиклем ишетелмәгән яңы исемдәр, яңы таланттар табылған. Ауыл халҡының, бигерәк тә оло быуындың шул тиклем дәртле, талантлы, әүҙем булыуҙарына ойоштороусылар хайран ҡалған.
Ниғәмәт ауылында йәшәүсе ветеран-уҡытыусы Фәрзәнә Мөхәмәтшина 2003 йылдан алып “Һандуғастар” фольклор ансамбленә йөрөй. 2015 йылдан уға етәкселек итә. Был юлы ла Ниғәмәт “һандуғастары” үҙҙәренең моңло йырҙарын тамашасыларға ихлас еткерҙе, халыҡ уларҙы көслө алҡыштарға күмде.
Мәҫәлән, Күсей ауылынан Әүхәҙи Ыласынов оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, “Ҡарт Байыҡ”ты йәштәрсә дәрт, ололарса олпатлыҡ менән башҡарһа, Сыңғыҙ ауылы сәсәниәһе Мәҙинә Туйсинаның нәфис һүҙе күптәрҙең йөрәктәренә үтеп инде.
Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады йортонда ике көн барған Гала-концертта һәр төбәктең иң-иңдәренән һайлап алынған сағыу номерҙар күрһәтелде. Бейеү менән йыр-моң ҡауышҡан тантанала оло быуын артистарының сығышын ҡарарға хатта ауылдарҙан да килгәйнеләр. Барыһының да сығышы ысын мәғәнәһендә юғары сәнғәт өлгөһәнә тиң булды. Шулай ҙа беренсе урынды Иҫке Сибай, Мерәҫ һәм Ҡолсора ауыл биләмәләре алды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар тапшырылды, төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Баймаҡтар йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең талантлы, дәртле, йыр-моңға маһир, бейеүҙәрҙе хас баймаҡса башҡарыу оҫталығына эйә икәнлеген күрһәтте. Оло йәштәгеләр үҙҙәре әйтмешләй, “бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” рәхәтләнеп сәхнәлә сығыш яһаны, күңелдәрен күтәрҙе, рухтарын нығытты.