11 – 13 мартта Өфө ҡалаһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең гастролдәре үтәсәк. “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалының медиаүҙәгендә ойошторолған матбуғат кәңәшмәһендә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Стәрлетамаҡ филармонияһының художество етәксеһе Лира Фәйзуллина, театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов, режиссерҙар Айрат Абушахманов менән Зиннур Сөләймәнов, композитор Урал Иҙелбаев баш ҡала тамашасыһына тәҡдим ителгән тамашалар менән таныштырып үтте.
Өфө тамашасыһы һәм ҡунаҡтар иғтибарына 11 мартта “Урал легендалары” мюзиклы тәҡдим ителә, ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Артабанғы ике көндә Стәрлетамаҡ артистары тамашасыларын “Нур” татар дәүләт драма театрында көтөп ҡала. 12 мартта Мөхәмәтша Буранғоловтың бынан бер быуат элек сәхнәләштерелгән данлыҡлы “Ашҡаҙар” музыкаль драмаһын ҡарарға саҡыралар. Режиссерҙың һәм театр коллективының берҙәм, ныҡышмал хеҙмәте һөҙөмтәһендә спектакль өр-яңы һулыш алған. Гастролдәрҙең һуңғы көнөндә Спартак Ильясовтың “Биғылый” романы буйынса сәхнәләштерелгән тамаша тәҡдим ителә. Был спектакль дә баш ҡала тамашасыһының күңеленә үтеп инер, зауығына тап килер, тип ышана театр-концерт берләшмәһе коллективы.