Мәскәүҙең “Лира” мәҙәниәт һарайында Башҡортостанға – 100, “Аҡ тирмә” башҡорт милли мәҙәниәт үҙәгенә дүрт йыл тулыуға арналған йәнле байрам үтте.
Баш ҡалабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгән милләттәштәребеҙ әүҙем йыйылды тамашаға. Концертҡа шулай уҡ татар, урыҫ һәм башҡа милләт вәкилдәренең дә ихлас килеүе башҡорттарҙың мәҙәниәтенә, тарихына ихтирамы хаҡында һөйләй ине. Кисә алдынан, тәнәфес ваҡытында милли аҙыҡтар, сувенир һәм биҙәүестәрҙе лә халыҡ теләп һатып алды.
Биш йөҙ урынға иҫәпләнгән тамаша залы шығырым тулды. Был коллективҡа халыҡ әүҙем йөрөй. Яңы ғына барлыҡҡа килһә лә, улар, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, лауреат булған. Үҙ иҫәптәренә ҡыйбатлы сәхнә костюмдары тектергәндәр.
Милли мәҙәниәт үҙәгендә шулай Мәҙинә Илһамова етәкселегендә “Илһам” фольклор, Айҙар Хәмзин етәкселегендәге “Шоңҡар” халыҡ бейеүҙәре ансамбле студияһы ла эшләп килә. Әйткәндәй, Айҙар – данлыҡлы йырсыбыҙ Ғәли Хәмзиндең улы.
Ике бүлектән торған бай йөкмәткеле концерттағы сығыштар аша халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә байҡау яһалды. Тамашаны “Уралым” йыры менән ансамблдең музыка етәксеһе Ринат Хәбиров асып ебәрҙе. Сығышы менән Мәсетленән булған егет оҫта итеп ҡурайҙа һыҙҙырыуы менән дә һоҡландырҙы. Мәсетленән йәнә бер егет Салауат Зәйнетдинов “Ирәндек бөркөтө” бейеүе менән тамашасыны таң ҡалдырҙы. Мәскәүҙәр Гөлкәй Хәлиуллинаның бейеүҙәрен, Фәүриә Саяхованың “Сыбай ҡашҡа” йырын оҡшаттылар. Ансамблдең әүҙем ағзаһы, рус егете Андрей Смирновтың халыҡ йыры “Любизар”ҙы бейей-бейей йырлауын халыҡ оҙаҡ алҡышланы. “Роскосмос” ойошмаһында эшләгән Андрей думбырала ла оҫта уйнай.
Концерттың икенсе бүлегендә Айҙар Хәмзин, Редик Ефремов, Харис Шәриповтың йырҙарын да баш ҡала тамашасыһы яратып ҡабул итте.