Валериустың Сибайға һөйөүе сикһеҙ27.02.2019

Петербург рәссамы тыуған ҡалаһында оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Сибайҙың бөгөнгө хәле ҡасандыр таусылар ҡалаһында тыуып үҫкән, әле ситтә йәшәүселәрҙе лә борсомай ҡалмай. Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында ижад итеүсе рәссам Валериус (Валерий Иванов) үҙенең атайсалына ҡайтты. Ҡасандыр ҡулына тәүге тапҡыр буяуҙар тотҡан, тәүге һүрәттәрен эшләгән Сибай балалар сәнғәт мәктәбендә йәш рәссамдарға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

– Санкт-Петербургта йәшәһәм дә, күңелем менән тыуған яғымда, – тип башланы һүҙен рәссам. – Интернет селтәрендә лә, Питер теле­видениеһында ла Сибайҙың экологик хәле тураһында йыш күр­һәтелә. Яҡташтарымдың хәлен бе­ләйем, нисек тә ярҙам итәйем, үҙемдең эшләгән һүрәттәрем аша уларҙың күңелен күтәрәйем, кескәй дуҫтарыма оҫталыҡ дәрестәре үткә­рәйем тигән ниәт менән сибай­ҙар янына “осоп” ҡайттым. Шуны­һы күңелде күтәрә: килеп тыуған проблемала ҡала халҡы яңғыҙ түгел, уны бөтөрөү өсөн бар эштәр атҡарыла. Проблеманан сығыу юлдары булыуы – икеләтә ҡыуаныс. Халыҡтың берҙәм һәм тыныс булыуы шатландыра.

Әйткәндәй, Питер рәссамының тыуған ҡалаһына ҡарата һөйөүе сикһеҙ: ул Сибай карьерын йөрәк рәүешендә эшләп, уны төрлө төҫтәргә буяған. Шулай итеп ул тыу­ған ҡалаһына үҙенең һөйөүен бел­дергән. Артабан был эште буласаҡ йәш рәссамдар киңәй­тер­гә һәм дауам итергә тейеш, йәғни был һүрәт янында һәр кем ҡалаға ҡарата үҙ һөйөүен күрһәтергә, уны төрлө буяуҙар ярҙамында буярға хаҡлы. Ҡыҙ һәм егеттәр талантлы рәссам менән бергә ижад итеүҙә­ренә ҡыуанды, уның ижад хаҡын­дағы фәлсәфәһен кинәнеп тыңланы.

Сарала Валериустың әсәһе Раиса Хәмитйән ҡыҙы ла ҡат­наш­ты. Әсәнең әйтеүенсә, улын тәүҙә ул музыка мәктәбенә бирә, әммә сос һәм теремек Валерий сән­ғәт мәк­тәбенә үҙе бара һәм һү­рәт тө­шөрөү менән етди шөғөл­ләнә. Артабан Өфөләге сәнғәт мәк­тәбен уңышлы тамамлай. Пе­тербургка сә­йәхәткә алып бар­ғанда, ғаилә Эрмитажға бара һәм буласаҡ рәс­сам ғүмерлеккә ҡалаға һәм һүрәт төшөрөүгә ғашиҡ була. В. Мухина исемендәге Санкт-Петербург юға­ры һынлы сәнғәт учи­лищеһын уңышлы тамамлағас, эшкә ошонда ҡала. Тыуған ҡала­һында бер нисә тапҡыр үҙенең шәхси күргәҙмә­ләрен ойоштора, уның эштәре Санкт-Петербург ҡалаһында ҙур һорау менән файҙалана.

Валериус кәләше менән бер ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Рәссамдың ижади хыялдары күп, уның йырлы күңеле, буяуҙар шаңдауы булараҡ, картиналарында сағыла. Тимәк, артабан да Питер рәссамының ижад өлгөләре тыуған ҡалаһында күргәҙмәләрҙә ҡуйылыр, үҙе белем алған сәнғәт мәктәбе уҡыусылары менән хеҙмәттәшлек оҙаҡ йылдар дауам итер.


Вернуться назад