Тиңдәр араһында тиң булып27.02.2019
Нефтекама – йәштәр ҡалаһы, тиҙәр. Республика муниципалитеттары араһында ул халыҡ һаны даими үҫешкән төбәктәрҙең береһе булараҡ билдәләнә. Күп милләтле төбәктә халҡыбыҙ рухына тоғролоҡ һаҡлап, мәғрифәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ хаҡына фиҙакәр хеҙмәт иткән башҡорт йәштәренең дә булыуы – ҙур ғорурлыҡ.

Баймаҡ ҡыҙы Роза Әҙеһәмованы яҙмыш елдәре Кама буйындағы нефтселәр ҡалаһы менән бәйләүенә әллә ни күп ваҡыт та үтмәгән. Әммә ошо тиҫтә йылдан ашыу осорҙа ул үҙен талантлы, рухлы, белемле башҡорт ҡыҙы тип танытып өлгөргән. Ысынлап та, Розаның эшһөйәрлегенә, тырышлығына хайран ҡалырлыҡ. Ул ҡаланың 1-се гимназия­һында ең һыҙғанып уҡыусыларға башҡорт теле серҙәрен өйрәтә, хеҙмәтен дәртләнеп, яратып башҡара. Әлбиттә, эшкә шундай ҡараш үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай: күптән түгел Роза Дияс ҡыҙы Нефтекама ҡалаһы буйынса “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яулаған, әле республика ярышына әҙерләнә.

Ғөмүмән, Роза күп йәһәттән талантлы – матур йырлай, оҫта һүрәт төшөрә, ҡалала үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Сыңғырҙап торған тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын – “Ашҡаҙар”, “Ғилмияза”, “Таштуғай”, “Ҡара урман” һәм башҡаларҙы иҫ киткес юғары кимәлдә башҡарыуы – үҙе генә ни тора! Йыр сәнғәте йәһәтенән дә уңыштары тос: мәҫәлән, былтыр Радик Гәрәев исемендәге конкурста, төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” бәйгеһендә лауреат исемен яулаған.

Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, милли-мәҙәни үҙәк ойошторған бер саранан да ситтә ҡалмай Роза Дияс ҡыҙы. Йәш ғалимә, филология фәндәре кандидаты булараҡ, төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай, үҙенең белемен камиллаштырыуға ла етди ҡарай.
Ғаиләһе лә бына тигән Розаның. Тормош иптәше Айрат Хөснуллин – Учалы егете, һәүәҫкәр композитор, моңло тауышлы йырсы. Бергәләп тә төрлө конкурс-бәйгеләрҙә даими ҡатнаша улар. Былтыр “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” ҡала конкурсында Гран-при яулап, республика кимәлендәгеһендә лауреат булып танылғандар. “Ижади ғаилә” ҡала бәйгеһендә лә Хөснуллиндарға тиңләшеүсе булмаған.

Айрат – оҫта ҡумыҙсы ла. Ул ҡумыҙҙың бер нисә төрөндә уйнау оҫталығына эйә. Роза ла иптәшенән ҡалышмай. Икәүләшеп оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә кескәйҙәрҙе ҡумыҙ сиртеү серҙәренә төшөндөрәләр. Бындай саралар ваҡытында улар ҡурай, башҡорт биҙәүестәре, милли кейемдәребеҙ, уҡ атыу кеүек шөғөлдәребеҙ тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Сығыштарын мотлаҡ балалар менән бергәләп башҡорт халыҡ йырын башҡарыу менән тамамлайҙар.

Атай менән әсәй өлгөһөндә улдары Азамат та рухлы егет булып үҫеп килә. Үрҙә әйтеп үтелгән сараларҙа ул да теләп ҡатнаша.
– Төрлө милләт вәкилдәрен һыйындырған ошо ерҙә башҡаларға шундай бай тарихлы, һоҡланғыс мәҙәниәтле халҡыбыҙҙы танытып йәшәргә тырышабыҙ. Ниндәй эштәр башҡарһаҡ та, ҡайҙа йөрөһәк тә ғорур халыҡ вәкилдәре булыуыбыҙҙы онотмайбыҙ, – ти Айрат менән Роза.
Тиңдәр араһында тиң булып, тәбиғәт биргән һәләттәрен үҫтереп, башҡалар күңелендә лә осҡон ҡабыҙып, халҡыбыҙҙы лайыҡлы танытып йәшәгән Хөснуллиндар ғаиләһенә “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ.


Вернуться назад