Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле республика һәм Рәсәй төбәктәре буйлап гастролгә сыҡты. Сара Башҡортостандың 100, коллективтың үҙенең 80 йыллығына арнала.Гастроль бөгөн Белоретта башланды. Данлыҡлы коллектив иртәгә – Магнитогорск, 28 февралдә – Учалы, 1-2 мартта – Сибай, 3 мартта Баймаҡ ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.
Ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программаның беренсе өлөшөндә легендар Фәйзи Ғәскәров ҡуйған бейеүҙәр тәҡдим ителә. Икенсеһендә иһә тамашасылар донъя халыҡтарының сағыу сәнғәт өлгөләрен күрәсәк.