Владимир Спиваковтың фонды ойошторған “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” хәйриә проектын Башҡортостанда даими итергә уйлайҙар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ул Рәсәй Президенты грантына үткәрелә, унда музыкант балалар ҡатнаша һәм билдәле педагогтар оҫталыҡ дәрестәре бирә. Саралар бөтә республика буйынса үткәрелә, концерттар балалар сәнғәт мәктәптәрендә генә түгел, ә дауаханалар һәм балалар йорттарында ла ойошторола.
“Беҙ балаларҙың был проект менән бик ныҡ ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ һәм битараф ҡала алмайбыҙ. Улар сараларҙа ихлас ҡатнаша, теләп дәрестәр ала. Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһе музыка ҡоралдарын тәүгә күрә, – тине фондтың Башҡортостан буйынса етәксеһе Артур Нәзиуллин. – Грант ваҡыты үтһә лә, проект артабан йәшәргә тейеш. Республикала уны йыл һайын үткәреү өсөн мөмкинлек табылыр тип ышанам”.
Ошо көндәрҙә проекттың концерттары Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Ишембай районының Маҡар һәм Петровский ауылдарында үтте.