Сибайҙың Балалар музыка мәктәбендә “Виртуоз булырға теләйем” тип аталған фестиваль-конкурс ойошторолдо.Унда фортепиано һәм скрипка кластарында шөғөлләнгән 19 бала көс һынашты. Йәш оҫталарҙың сығышын абруйлы жюри ағзалары баһаланы.
Һөҙөмтәлә Ләйлә Әхмәтова, Гөлназ Янбаева, Нурсилә Сәйетҡолова һәм Илгиз Бикбулатовтар еңеүсе тип табылды. Йәш виртуоздарға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Конкурсанттарҙы әҙерләгән педагогтарға ла рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.