Мәҙәниәт өлкәһендәге иң яҡшы етәксе – Хәйбуллала!24.02.2019
Белеүебеҙсә, Хәйбулла районында дәртле, талантлы халыҡ йәшәй. Йыр-бейеүгә маһир, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына тоғро улар, йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү маҡсатында төрлө яҡлы эш алып баралар. Бында, һис шикһеҙ, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтованың өлөшө ҙур.

Тынғыһыҙ һөнәр эйәһе, оҫта ойоштороусы Лариса Рәшит ҡыҙының оло хеҙмәте Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы коллегияһында юғары баһаланды: ул “Мәҙәниәт бүлегенең йыл етәксеһе” номинацияһында еңеп сыҡты, ведомствоның Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Әйткәндәй, районда 48 ауыл клубы, 28 китапхана, ике балалар сәнғәт мәктәбе бар, учреждениеларҙа 405 үҙешмәкәр халыҡ ижады түңәрәге эшләй.

Юғары кимәлдәге иң әһәмиәтле саралар исемлегенә данлыҡлы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсын, “Бөйөк дала” төбәк-ара башҡорт рок фестивален, һәр ауылда үткән брендлы байрамдарҙы индерергә мөмкин.


Вернуться назад