Мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге – театр. Уның исемендәге йылды әбйәлилдәр “Шаңдау” фестиваль-эстафетаһы менән асты.Сара ауыл биләмәләренең театр коллективтары араһында барасаҡ. Уны беренсе булып байымдар башланы.
Ауыл мәҙәниәт йорто директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлин әйтеүенсә, сәхнә оҫталары Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бәйле уның әҫәрҙәренә мөрәжәғәт иткән.
Байымдың “Күбәләк” халыҡ театрында сәнғәтте яратҡан, төрлө яҡлап һәләтле, әүҙем кешеләр шөғөлләнә. Әле улар – 31, араларында ололар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла бар. Иң өлкәндәре Гөлнур Билалова, Ирис Илһамов булһа, иң йәш оҫта – Зөлхизә Әхмәтова.
Байымдар әлеге фестивалдә Кейем образын бар яҡлап һынландырҙы: уның “хәсрәт”ен һәм “шатлыҡтар”ын күрһәтте, әҙәм балаһы тарафынан тормошта нисек ҡулланылғанын һүрәтләне. Кейем образын асыу өсөн төрлө драма әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде.
Байымдар фестиваль-эстафетаның штандартын күрше Ташбулат ауыл биләмәһенә тапшырҙы.