Иң юғары баһаһы – халыҡ һөйөүе22.02.2019
Бөгөн төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бөйөк сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкова менән хушлашыу сараһында ҡатнашты.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһына бихисап кеше йыйылғайны.

– Беҙҙең республика ғына түгел, ә тотош илебеҙ мәҙәниәте әйтеп бөткөһөҙ ҙур юғалтыу кисерҙе, – тине Радий Фәрит улы. – Гөлли Арыҫлан ҡыҙының наградалары күп. Араларында иң мөһиме – халыҡ һөйөүе. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ актрисаһы ине. Үҙен бөтөн кеше яратты. Бөйөк сәхнә оҫтаһы 60 йылдан ашыу ғүмерен ошо милли театрға арнаны. Оло актриса һәм яҡшы күңелле шәхес Гөлли Арыҫлан ҡыҙы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.


Вернуться назад