Башҡортостандың һөнәри сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 2019 йылдың 20 февралендә СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев, Почет һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 82 йәшендә вафат булды.
Г.А. Мөбәрәкова 1936 йылдың 19 сентябрендә Өфөлә милли сәхнәнең мәшһүр артистары – Башҡортостанда театр сәнғәтенә нигеҙ һалған Арыҫлан Мөбәрәков менән Рәғиҙә Янбулатованың ғаиләһендә тыуған.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙының ижади эшмәкәрлеге, Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институты ҡарамағындағы башҡорт студияһын тамамлағандан һуң, 1959 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлана.
Мәшһүр актриса театрҙа һәм кинола тиҫтәләгән ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра. Башҡортостандағы төп милли театр сәхнәһендә ул башҡорт, рус һәм сит ил авторҙары пьесаларында йөҙгә яҡын сағыу ролде башҡара. Улар – Вольтерҙың “Мөхәмәт” трагедияһында Пальмира, И. Йомағоловтың “Нәркәс” трагедияһында Нәркәс, С. Айытматовтың повесы буйынса “Әсә яланы” спектаклендә Алиман, А. Горькийҙың “Һуңғылар” драмаһында Любовь Коломийцева, Ә. Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектаклендә Хафаса, Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш”өндә Гөлнәзирә һәм Екатерина II, “Ташлама утты, Прометей!”ында Агазия, “Ай тотолған төндә” спектаклендә Шәфәҡ һәм Тәнкәбикә, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” пьесаһында Оло инәй һәм башҡорт театр сәнғәтенең алтын фондына ингән башҡа бик күп ролдәр. 1996 йылда “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә Гөлли Арыҫлан ҡыҙы “Бибинур, ах, Бибинур!” спектаклендә Бибинур ролен башҡарған өсөн лауреат була.
Һуңғы йылдарҙа актриса ижадта өр-яңы офоҡтар аса, “Аҡ пароход” (С. Айытматов), “Мөхәббәт ҡарағы” (Ф. Бүләков), “Яңғыҙлыҡ ташы” (Ә. Ғаязов), “Ҡаһым түрә” (Б. Бикбай һәм Х. Ирғәлин) спектаклдәрендә уңышлы уйнай. 2018 йылда ҡуйылған А. Касондың “Ағастар баҫып үлә” пьесаһы актрисаның бенефис спектакле булды. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының сәхнә образдары тамашасыларҙы ихласлығы, үҙенсәлекле художестволы сағыулығы менән йәлеп итте.
Г.А. Мөбәрәкованың режиссерлыҡ таланты ла киң танылыу алды. Туған театры сәхнәһендә Гөлли Арыҫланова ҡуйған спектаклдәр – И. Юзеевтың “Һөйгәнемдең тыуған көнө” лирик комедияһы, Ғ. Шафиҡовтың “Һәҙиә” драматик хроникаһы, З. Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”е уңыш менән барҙы.
Юғары актерлыҡ оҫталығына эйә булған Гөлли Мөбәрәкова кинематография өлкәһендә лә билдәлелек алды. Свердловск киностудияһының “Ай тотолған төндә” фильмында Тәңкәбикә, “Башҡортостан” киностудияһының “Ауыл өҫтөндәге йәйғор”ында Шәмсебикә кеүек ролдәр һәм башҡа эштәр уға киң танылыу алып килде.
Өфө дәүләт сәнғәт институты педагогы, режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры булараҡ, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы ярты быуатлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген йәш таланттар тәрбиәләүгә арнаны. Уның уҡыусылары араһында танылған актерҙар, режиссерҙар, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре бик күп.
Г.А. Мөбәрәкова театр тормошонда, ҡала һәм республиканың ижтимағи-мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнашты, Рәсәй һәм халыҡ-ара форумдарҙа Башҡортостанды лайыҡлы танытты. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының ижад юлы – һөнәргә һәм театр сәнғәтенә тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө ул. Уның күп яҡлы таланты, ҡабатланмаҫ ижады Рәсәй һәм Башҡортостан тамашасылары, театр йәмәғәтселеге тарафынан юғары баһаланды.
Мәшһүр актриса һәм һоҡланғыс шәхес Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Мәрхүмә менән бәхилләшеү 2019 йылдың 22 февралендә иртәнге сәғәт 11-ҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 34) була.