Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк “Иң яҡшы көн-2” проекты Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнала. Ул 2 мартта музыкаль марафон рәүешендә уҙа.
Бындай ҙур сара икенсе тапҡыр ойошторола. Тәүгеһе 2017 йылда ҙур уңыш менән үткәйне. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн филармония ишектәре иртәнге 11-ҙән киске 10-ға тиклем асыҡ буласаҡ. Был көндә тамашасылар төрлө жанрҙағы – классиканан алып джаз, этника һәм эстрада йүнәлешендәге 10 концерт ҡарай аласаҡ. Марафонда мәҙәниәт усағының иң яҡшы солистары, коллективтары, ижади көстәре ҡатнаша.
Байрамға килгән һәр тамашасыны үҙенсәлекле бүләктәр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә. Балалар өсөн айырым программа ҡаралған. Бынан тыш яратҡан артистар менән осрашып, фотоға төшөп, уларҙан автограф алыу мөмкинселеге лә буласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, музыкаль марафонды ойоштороусылар филармонияға килгән һәр кем күңеленә хуш килгән концерт ҡарап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтасаҡ, тип вәғәҙә итә.