Гөлли Арыҫлан ҡыҙы арабыҙҙан китте...20.02.2019
Ҡайғылы хәбәр: легендар сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкова арабыҙҙан китте.

Ул 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә арҙаҡлы сәнғәт оҫталары Рәғиҙә Янбулатова менән Арыҫлан Мөбәрәковтың ғаиләһендә донъяға килә. 1959 йылда А.В. Луначарский исемендәге Мәскәү дәүләт театр техникумын тамамлай. Шунан алып ғүмер буйы Башҡорт дәүләт академия драма театрына хеҙмәт итә.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы – театр режиссеры, педагог, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, К. Станиславский исемендәге Театр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев, Почет, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры.

Олуғ шәхес менән хушлашыу 22 февралдә була, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында.

Бәхил булығыҙ, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы... Һеҙҙең хаҡта яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.


Вернуться назад