Тамаша башланырға ярты сәғәттән ашыу ваҡыт булғанда ла залда урын табыуы проблемаға әйләнер тип уйламағайным, хатта балкон да тулы – уныһын Учалы районының Өфөлә уҡыған студенттары “баҫып” алған икән.
Өфөләге филармонияның ҙур залында Учалының профессиональ һәм һәүәҫкәр артистарының концерт-презентацияһы шундай шарттарҙа башланып китте. Ошо төбәк таланттарының сығышы йөкмәткеле лә, күңелдәрҙе елкендерерлек тә булыуы баш ҡала тамашасаһы өсөн һис тә көтөлмәгән ваҡиға түгел. Был юлы ла өмөт аҡланды: райондың ҡурайсылар ансамбленең, “Уралтау”, “Ләйсән”, “Хазина”, “Ҡойон”, “Байрамғол егеттәре” ансамблдәренең сығыштары ғына ла ни тора!.. Ә “Ырыуҙар берләшеүе” композицияһы, “Һуғышҡа оҙатыу” театрлаштырылған күренеше, кескәй Ләйсән Золотареваның “Маһисәрүәр” халыҡ йырын шундай аһәңле итеп башҡарыуы һәм бүтән сығыштар – барыһы ла күңелгә үтеп инерҙәй ваҡиғалар.
Хәйер, үҙең барып күргәнгә етмәй инде, шуға күрә, Учалы артистары сығыш яһаясағын белеп ҡалһағыҙ, барырға һәм тиҙерәк урын алып ҡалырға ашығығыҙ...