Гребенщиковҡа Роберт Юлдашев ҡушылды18.02.2019
Борис Гребенщиков һәм “Аквариум” төркөмө Урал буйлап гастроль туры барышында баш ҡалабыҙҙа сығыш яһаны. “Өфө уттары” комплексында улар бихисап тамашасы йыйҙы.

Ҡайһы бер йырҙарҙы башҡарғанда, сәхнәгә билдәле башҡорт музыканты Роберт Юлдашев сыҡты. Ул “Аквариум”ға ҡушылып ҡурай уйнап, тамашасыны хайран ҡалдырҙы.

Гребенщиков Өфөгә йыл да концерт менән килеп тора, баш ҡалабыҙҙы иғтибарҙан айырмай.


Вернуться назад