Сибайҙа тыуып үҫеп, әле Санкт-Петербургта йәшәгән һәм ижад иткән рәссам Валериус (Валерий Иванов) атайсалына ҡайтты. Ул ҡасандыр үҙе ҡулына тәүге тапҡыр буяуҙар тотҡан, беренсе һүрәттәрен төшөргән Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.– Санкт-Петербургта йәшәһәм дә, күңелем гел тыуған яғымда, – тине рәссам. – Интернетта ла, Питер телевидениеһында ла Сибайҙағы экологик хәл тураһында йыш хәбәр ителә. Яҡташтарымдың хәлен беләйем, кәрәк икән, ярҙам итешәйем, кескәй дуҫтарыма оҫталыҡ дәрестәре үткәрәйем тигән ниәт менән сибайҙар янына “осоп” ҡайттым. Шуныһы һөйөнөслө: ҡала халҡы яңғыҙ түгел, килеп тыуған мәсьәләне яйға һалыу өсөн тейешле бар бурыстар атҡарыла, бөтөн көс шул маҡсатҡа йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ тыныс, берҙәм, барыһы ла яҡшы булырына ныҡлы ышана.
Питер рәссамының тыуған ҡалаһына ҡарата һөйөүе сикһеҙ. Ул, мәҫәлән, Сибай карьерын йөрәк рәүешендә эшләп, уны төрлө төҫтәргә буяған. Шулай итеп тыуған ҡалаһына һөйөүен белдергән. Артабан был эште йәш рәссамдәр дауам итергә, киңәйтергә, йәғни үҙенең яратыу тойғоһон төрлө төҫтәр аша күрһәтеп өҫтәргә тейеш. Ҡыҙ һәм малайҙар талантлы рәссам менән бергә эшләүенә ҡыуанды, уның ижад хаҡындағы фәлсәфәүи һүҙҙәрен кинәнеп тыңланы.
Осрашыуҙа Валериустың әсәһе Раиса Хәмитйән ҡыҙы ла ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, улын тәүҙә музыка менән шөғөлләнеүгә бирә, әммә сос һәм теремек Валерий һынлы сәнғәт мәктәбенә үҙе барып, һүрәт төшөрөүгә ныҡлы тотона. Артабан Өфөләге һынлы сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамлай. Петербургка сәйәхәткә барғанда, ғаилә Эрмитажды күрергә инә, һәм буласаҡ рәссам ошо ҡалаға бөтөн күңеле менән ғашиҡ була, үҙ шөғөлөн тағы ла нығыраҡ ярата башлай. Һөҙөмтәлә В. Мухина исемендәге Санкт-Петербург Юғары һынлы сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлағас, ошонда эшкә ҡала. Тыуған ҡалаһында бер нисә тапҡыр шәхси күргәҙмәләрен ойоштора.
Валериус ҡатыны менән бер ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Рәссамдың киләсәккә хыялдары шул ҡәҙәр күп, уның йырлы күңеле буяуҙар аша картиналарында асыҡ сағыла. Тимәк, яҡташыбыҙ артабан да тыуған ҡалаһында күргәҙмәләр ойошторасаҡ, үҙе белем алған мәктәп уҡыусылары менән хеҙмәттәшлеге өҙлөкһөҙ дауам итәсәк.