Бәхил булығыҙ, Заһир ағай...17.02.2019
Ҡайғылы хәбәр: бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, халҡыбыҙҙың яратҡан сәхнә оҫтаһы Заһир Вәлитов яҡты донъя менән хушлашты.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Суфиян улы Вәлитовтың тыуған төйәге – Күгәрсен районы. Ул 1964 йылда – Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын, 1987 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1964 – 1970 йылдарҙа Сибай драма театрында эшләй, артабан БАДТ труппаһына алына.

Тамашасылар уны бихисап сағыу ролдәре аша яҡшы белә: Аҡъегет (“Ай тотолған төндә), Вәли (“Тапшырылмаған хаттар”), Әптерәй (“Ҡыр ҡаҙҙары”), Яхъя, Хазбулат (“Әсәләр көтәләр улдарын”), Гефест (“Ташлама утты, Прометей!”), Хомичук (“Ярлыҡау”), Сәғәҙиев (“Ун өсөнсө председатель”) һ.б.

Заһир Суфиян улы 1995 йылда үҙен режиссер-ҡуйыусы булараҡ та күрһәтә, 2000 йылда “Аҡъял батыр” башҡорт халыҡ әкиәте буйынса инсценировка яҙа.

Һәр яҡлап талантлы шәхес республикабыҙ сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индерҙе, тамашасыларҙың оло һөйөүен яуланы.

Бәхил булығыҙ, Заһир Суфиян улы... Һеҙҙең хаҡта яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.


Вернуться назад