Нәзифәнең моңло кистәре17.02.2019
Йөрәктәргә үтеп инерлек халыҡсан моңло, үҙенсәлекле тауышлы был йырсы Хәйбуллала үткән һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнай. Район, төбәк һәм республика кимәлендә ойошторолған йыр конкурстары аша уның исеме күптәргә яҡшы таныш.

Һаҡмар һандуғасы Нәзифә Ҡыҙрасова булыр ул. Моңонда мөхәббәт тә, һағыш та, үткәндәрҙе юҡһыныу ҙа, бөгөнгөгә ҡыуаныу ҙа... Боронғо башҡорт халыҡ, ретро, эстрада йырҙарын берҙәй йөрәккә үтерлек итеп башҡарыуы менән күптән үҙ тамашасыһын тапҡан Нәзифә Ҡыҙрасова. Халыҡсан моң ғына халыҡҡа барып етә, шуға күрә “еңел-елпе”ләрҙе һайламай ул.

Күптән түгел Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Нәзифә Ҡыҙрасованың ижадына бағышланған “Бәхет өсөн йәшәйек” тип аталған йыр-моң кисәһе үтте. Утыҙ биш йыл ғүмерен район мәҙәниәте һәм сәнғәтен үҫтереүгә арнаған ханым – “Гөлләмә” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле етәксеһе лә. Уны ҡотларға ижадташ дуҫтары, туғандары, бөтөн ауылдаштары килде. Кисәнең иң тулҡынландырғыс өлөшө, моғайын, йырсының бейеме, район сәсәниәһе һәм ағинәйе Тәнзилә Ҡыҙрасова менән бергә (фотоһүрәттә) башҡарған мөнәжәттәре булғандыр.

Моң байрамынан һәр кем күтәренке кәйеф, матур тәьҫораттар менән ҡайтты. Бәхеткә ынтылып йәшәргә кәрәклегенә йәнә бер ҡат инанды улар.


Вернуться назад