Рәхмәттә – "Йөрәк һүҙе"15.02.2019
Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында шиғриәт яратыусылар араһында “Йөрәк һүҙе” конкурсы үтте.

Ҡатнашыусылар ифрат күп булды: башланғыс класс уҡыусыларынан алып өлкән йәштәге инәйҙәргә тиклем бихисап кеше үҙенең йөрәк һүҙен әйтергә ашҡынып килде.

Конкурста төп бүләккә 92 йәшлек ағинәй, сәсәниә Нурлығаян Мансурова (фотоһүрәттә) лайыҡ булды. Уның йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙарын тамашасылар тын ҡалып, күҙ йәштәренә мансылып тыңланы.

Шулай уҡ Гүзәл Әхмәҙиева, Ҡафиҙа Ғәлимова, Гөлниса Йәнсәйетоваларҙың сығышы юғары баһаланды. Еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.


Вернуться назад