Ишейҙәр үҙҙәре клуб асты15.02.2019
Баймаҡтың иң төпкөлөндә, Бөрйәнгә сиктәш ятҡан Ишей ауылы халҡы берҙәмлеге, матур йәшәргә ынтылыуы менән һоҡландыра. Күптән түгел, мәҫәлән, улар күмәк көс һалып, ике ҡатлы мәктәптең буш торған өлөшөн клуб итеп йыһазландырҙы.

Халыҡты яңы мәҙәниәт усағы менән ҡотлап, уның сәхнәһендә Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге оҫталары ҙур концерт ҡуйҙы. Ишейҙәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова ла килде.

– Яңы клуб урындағы халыҡтың ялын юғары кимәлдә ойоштороу, төрлө кисәләр, мәҙәни саралар үткәреүгә ҙур мөмкинлек аса. Был эште атҡарып сыҡҡан ишейҙәргә, айырыуса тос ярҙам күрһәткән урындағы эшҡыуарҙарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – тине Айгөл Ғүмәр ҡыҙы.


Вернуться назад