Салауат театры төрлө режиссерҙар менән эшләй. Бер ҡараһаң, Мәскәүҙән киләләр, икенсеһендә өфөләр ҡунаҡ була. Ә тиҙҙән сәхнәлә тамашасылар Туймазы дәүләт татар драма театрының баш режиссеры Илнур Муллабаевтың өр-яңы ижад емешен күрер. Репетициялар ҡыҙған мәл булһа ла, режиссер беҙҙең менән әңгәмәләшеп алырға ваҡыт тапты.
– Илнур Биктимер улы, үҙегеҙ тураһында бер аҙ һөйләп үтегеҙсе.
– Мин – артистар мөхитендә тыуып үҫкән кеше. Атайым Биктимер Муллабаев – актер, әсәйем Ләлә Муллабаева йырсы ине. Атайымдың уҡытыусыһы Фәрдүнә Ҡасимова: “Ул талантлы кеше ине, һин дә һәләтле булырға оҡшағанһың”, – тип ҡолағымдан һөйрәп уҡырға керетте (йылмая-авт.). Уның “Нур” театрына тәжрибә курсы алған мәле ине, шунда уҡыным. Өсөнсө курста Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булып эшләй башланым. Унда биш йыл ғүмер үтте. Әммә һәр ваҡыт күңелгә ниҙер етмәгәнен һиҙҙем. Яңы асыштар, эҙләнеүҙәр кәрәк ине миңә. Һәм режиссерлыҡҡа әҙерләнә башланым.
– Был өлкәгә килеп эләгеүегеҙ нисегерәк булды?
– 1998 йыл. Гастролдә инем. Министрлыҡтан: “Илнур, режиссерлыҡҡа инеү теләгең бар, ахыры. Йәһәт кенә ҡайтып етергә кәрәк”, – тип шылтыраттылар. Мине икенсе артист алмаштырып, спектаклде ҡалдырып Өфөгә ҡайттым. Имтихандарҙы тапшырып ГИТИС-ҡа режиссураға инеп киттем.
– Тәүге эшегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
– Әлбиттә, ул диплом алды спектакле ине. Илшат Йомағоловтың “Тишек тире” әкиәтен Сибайҙың “Сулпан” балалар театрында ҡуйҙым. Һәйбәт килеп сыҡты. Диплом эшенә Милли йәштәр театрында Эдмон Ростандың “Романтиктар” пьесаһын тәҡдим иттем. Театрҙа эшкә ҡалдым да ҡуйҙым. Кәләшем менән дә шунда табышып-ҡауыштыҡ.
– 2017 йылдан һеҙ – Туймазы театрының баш режиссеры. Ул яҡтарға ниндәй елдәр ташланы?
– Актер Фирҙәт Ғәбиҙуллин менән параллель класта уҡыныҡ, бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Ул мине саҡырҙы ла инде.
– Салауат театрындағы эшегеҙ тәүгеһеме? Саҡырыуҙы нисек ҡабул иттегеҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, йорттан ситкә китеп эшләргә яратмайым. Шулай булһа ла, театрҙың баш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевтың саҡырыуын йылы ҡабул иттем, артистарҙың күбеһе менән бер осорҙа уҡыныҡ, бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Ғөмүмән, ҡала минең өсөн сит түгел, элек фестиваль-конкурстарға, премьераларға йыш ҡына килә инек. Бындағы мөхиттә йылылыҡ, ябайлыҡ һиҙелә.
– Тиҙҙән Антон Финктың “Голубцы” премьераһын сәхнәгә сығарасаҡһығыҙ. Әле ул ниндәй этапта?
– Сөпрә һалыу стадияһында (көлә-авт.). Эшкә тотоноуыбыҙға ике-өс аҙна тирәһе генә.
– Урыҫсаһы “Голубцы” тип атала. Ә башҡортса тәржемәһе нисек булыр?
– Әле шуның өҫтөндә көн-төн баш ватам. Берәй “этлек” уйлап табырға кәрәк инде.
– Салауат тамашасыһының талаптарын беләһегеҙме? Уларҙың күңелен күрә алырбыҙ, тип уйлайһығыҙмы?
– Беләм, бик яҡшы беләм. Салауаттар сәхнәлә барған күренеште шул тиклем ихлас, йылы ҡабул итә. Бер үк ваҡытта талапсандар ҙа. Ниндәйҙер мөғжизә, яңылыҡ көтәләр. Премьераға килгәндә, ул тамашасы йығылып ятып көлөрлөк, ҡайтып күршеләренә һөйләрлек, таныштарына шылтыратып әйтерлек булыр, тип ышанабыҙ. Комедия тигәс тә, нигеҙендә тормоштоң ысынбарлығы ята.
– Спектаклдә нимә тураһында һүҙ бара?
– Артығын һөйләмәйем, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Шуны ғына әйтәм: һүҙ әлеге көндә иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе – ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр хаҡында бара. Иренең мәғәнәһеҙ ҡылыҡтарынан тамам арыған ҡатыны “иремде яҡшы, мәрхәмәтле ҡулдарға бирәм” тип иғлан яҙырға мәжбүр була. Ә бына иғлан буйынса шылтыратыусылар табылғанмы-юҡмы, ирҙең артабанғы яҙмышы ниндәй боролош алыуы хаҡында тамашаны театрға үҙегеҙ килеп ҡарағас, белерһегеҙ.
– Ролдәрҙе кемдәр башҡара?
– Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, атҡаҙанған артистар Фәтих Ҡолһарин, Наҙгөл Иҫәнбаева, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сафиуллина, йәш актерҙар Рафаэль Ғәйнуллин, Радик Ғәлиуллин уйнаясаҡ.
– Премьера ҡасанға планлаштырылған?
– Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға иҫ киткес шәп бүләк яһамаҡсы булып, уны 7 мартҡа тәғәйенләнек.